Айбулат Хажиндан «Батырлыҡ дәресе»

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Бөтә Рәсәй проектына ҡушылып, 1-се республика полилингваль күп профилле гимназия уҡыусыларына дәрес бирҙе. Рәсәй Геройы генерал Шайморатов кластарында үткән үҙенсәлекле дәрес хаҡында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

«Батырлыҡ дәресе» ғәҙәти мәктәп класында түгел, ә киңерәк форматта белем биреү усағының тамаша залында ойошторолдо. Етенсе һәм һигеҙенсе синыф уҡыусылары Бөгөнгө Рәсәй яҙмышы, Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград өсөн барған хәл иткес алыштар, Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлыҡтары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланы. Генерал Шаймортовтың аяныслы һәләк булыуы хаҡында төплө дәлилдәр килтерелде.

Интернет ресустар менән эшләгәндә ышаныслы һәм дөрөҫ мәғлүмәттәргә генә таянырға кәрәклек хаҡында үҫмерҙәргә төплө кәңәштәр ҙә еткерелде.

Ысынлап та, илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы мөһөрө ҡағылмаған ғаилә юҡ тиерлек. Дәрестең икенсе өлөшөндә Айбулат Хажин ҡаһарман олатаһы Исмәғил Мөхәмәтхажи улы Хажин хаҡында яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән олатайҙарының илһөйәр булмышы өлгөһөндә тәрбиәләнеүе менән ғорурланыуын белдерҙе. Гаджеттар менән сыбарланған донъяла үҫмерҙәр тарихи үткәндәр, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хаҡ мәғлүмәт алырға хоҡуҡлы тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Үҫмерҙәрҙең донъяға ҡарашы формалашҡанда рухи ҡиммәттәр, илдәге һәм донъялағы ваҡиғалар дөрөҫ аңлатылырға тейеш. Шуға ла «Батырлыҡ дәресе» сиктәрендә ойошторолған был федераль проект бик актуаль.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Осрашыуҙың йомғаҡлау өлөшөндә шайморатовсылар Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирә алды.

Тап мәктәп стеналарында үҫмерҙәрҙең донъяға ҡарашы формалаша. Бала күңеленә дөрөҫ йүнәлеш биргән патриотик рухты үҫтергән дәрестәр йышыраҡ үткәрелгән һайын, илебеҙ киләсәге лә ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ бит.

«Батырлыҡ дәресе»ндә ҡырҡҡа яҡын йәш шайморатовсы ҡатнашты. Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов башланғысындағы рухлы дәрестәр Бөтә Рәсәй кимәлендәге үҙенсәлекле проект. «Батырлыҡ дәресе» менән онлайн форматта ла танышырға мөмкин.

Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин үткәргән «Батырлыҡ дәресе» үҫмерҙәргә Бөйөк Ватан һуғышы йыльяҙмаһының тарихи сылбырын яңыртырға булышлыҡ итте. Бөгөн илебеҙҙә барған сәйәси ваҡиғалар хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт алды. Малай-ҡыҙҙар бөгөнгө осрашыуҙан рух күтәреңкелеге, яҡшы кәйеф алып таралышты.

Фото №1 - Айбулат Хажиндан «Батырлыҡ дәресе»

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ