Киләһе аҙнала Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияһында “Беренсе” олимпиадаһы үтә. Унда 6-сы, 7-се, 9-сы клас уҡыусылары көс һынаша. Бәйге программаһына ярашлы олимпиада фәндәре буйынса уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия, популяр кинофильмдар ҡарау, спорт ярыштары һәм ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар була. Гимназия-интернат директоры урынбаҫары Людмила Шөғәйепова.







