Бүздәктә күренекле дәүләт эшмәкәре Муллаян Халиҡовҡа бюст асылды

Республиканың милли азатлығы өсөн көрәшеүсе тарихи шәхесте иҫкә алыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Муллаян Дәүләтша улы Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе булараҡ республика үҙидаралығын ойоштороуға күп көс һалған шәхесте яҡташтары онотмай, уның тураһындағы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Бүздәк районында тарихи саралар ойошторола, Халиҡов уҡыуҙары үтә, шәхес тыуып үҫкән Иҫке Аҡтау ауылында таҡтаташ асылған.

Фото №1 - Бүздәктә күренекле дәүләт эшмәкәре Муллаян Халиҡовҡа бюст асылды

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ