Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған өс Башҡортостан егетен һуңғы юлға оҙаттылар. Салауаттан Линар Ғарипов һәм Күмертауҙан Александр Потаповты ерләү алдынан ойошторолған матәм митингында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе шулай уҡ 20 мартта ерләнгән Бүздәк егете Илмир Ғималетдиновтың да ата-әсәһе, ғаиләһе менән осрашты.
Төбәк башлығы әйтеүенсә, ил именлеге, беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн йәнен йәлләмәгән егеттәрҙең исеме халыҡ хәтерендә мәңгегә уйылып ҡаласаҡ. Илһөйәр, рухлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе дәүләт яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, тине төбәк башлығы.
Ул бала сағынан уҡ хәрби һөнәр алырға хыяллана. Тыуған ҡалаһы Салауатта гимназия тамамлау менән Ҡазандағы танк команда училищеһына уҡырға инә. Былтыр ғына хәрби һөнәр алып сыҡҡан Линар Ғариповтың часе хәрби операцияға тәүгеләрҙән булып ҡушыла.
Ҡырыҫ һөнәр һайлаһа ла, иҫ китмәле алсаҡ, ышаныслы дуҫ булды, тип хәтерләй уны хеҙмәттәштәре. 22 йәшлек егет бәрелеш мәлендә ҡаты яралана. Әммә табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Линар хәрби операцияла күрһәткән батырлығы өсөн наградаға тәҡдим ителгән.
Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, Күмертау ҡалаһы егете Александр Потапов та хәрби юл һайлай. Атаһы Төньяҡ Кавказдағы террористарға ҡаршы бәрелештәрҙә ҡатнашһа, контракт буйынса ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт иткән Александр Украиналағы махсус операцияға инә.
Уның ҡаһарманлығы ил тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Александр Потапов та үлеменән һуң «Батырлыҡ ордены»на тәҡдим ителгән. Республика башлығы әйтеүенсә, илһөйәр, рухлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе лә дәүләт яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ.
Радий Хәбиров Бүздәк районында Илмир Ғималетдиновтың ғаиләһе менән дә осрашты. Яҡташыбыҙ хәрби операция барышында һәләк булып 20 мартта тыуған яғында ерләнде. Танк дивизияһында хеҙмәт иткән ирҙең тол ҡатыны һәм 21,16 һәм 13 йәшлек өс ҡыҙы етем ҡалды. Ата-әсәһе ныҡлы терәген, таянысын юғалтты.
Айнур Кәбиров







