Башҡорт дәүләт университетында асыҡ ишектәр көнө үтте

Башҡортостандың иң ҙур фән үҙәгенә 5 институт, 10 факультет һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө һәм Нефтекама ҡалаларындағы филиалдар ҡарай. Университетта 250-нән ашыу программа буйынса белем бирелә.

Юғары уҡыу йорто математика, тәбиғи, гуманитар, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре өлкәһенә белгестәр әҙерләй. Бөгөн асыҡ ишектәр көнөндә юғары уҡыу йорто менән танышырға республиканың төрлө тәбәктәренән ата-әсәләр һәм уҡыусылар килгәйне.

Башҡорт дәүләт университетында төплө белем алыу өсөн яҡшы матди-техник база булдырылған, ҡунаҡхана тибындағы 560 урынлыҡ дөйөм ятаҡ бар. Уҡыу йорто йыл һайын 242 миллион һум күләмендә дәүләт гранты ала. Быйыл журналистикала башҡорт бүлеге терегеҙелә, 8 бюджет урыны бүленә.

Шулай уҡ журналистикала ҡытай, корея, япон телдәрен өйрәтеү бүлеге асыла, һанлы педагогика, инновация технологиялары буйынса ла белем усағы алдынғы урындарҙы биләй.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университетында асыҡ ишектәр көнө үтте

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ