Костюм, галстукты спорт кейеменә алмаштырып. Баймаҡта «Беҙ бергә – көс» һәм «Тыныслыҡ өсөн» девизы аҫтында ГТО нормативтарын тапшырыу үтте.
«Баһадир» физкультур-һауыҡтырыу комплексында муниципаль хеҙмәткәрҙәр эштән һуң ГТО нормативтарын тапшырҙы. Программаға түбәндәге һынау төрҙәре индерелгән ине: арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә торған ерҙән алға эйелеү, урындан алыҫлыҡҡа һикереү, гер күтәреү.
Йылдан йыл спорт имтиханын тапшырыусылар һаны арта бара. Нормативтар 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге граждандарға иҫәпләнгән. Ул 11 баҫҡыстан тора һәм йәш буйынса, ир-егет, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярашлы категорияларға бүленә.
Спорт сараһы коллективты берләштерә, дуҫлаштыра. ГТО нормативтарын тапшырыу халыҡты физик яҡтан тәрбиәләүҙе, сәләмәтләндереүҙе, күмәк спортты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Нәзилә Дауытова




