Был турала Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙа. - IT-компаниялар 3 йылға планлы тикшереүҙәрҙән азат ителде. Белгестәрҙе армияға саҡырыуҙы кисектереү тураһында проект әҙерләнә. Уларҙы Рәсәйҙә ҡалдырыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Тиҙҙән республикала ла үҙебеҙҙең ярҙам сараларын әҙерләйбеҙ, - тип яҙа Андрей Назаров. Ул Өфөлә IT-конференция уҙғарырға тәҡдим итте.







