Башҡортостан район-ҡалаларындағы гидротехник ҡоролмаларҙа аварияға ҡаршы күнекмәләр ойошторолдо

Яҙғы ташҡынға әҙерлек. Башҡортостан район-ҡалаларындағы гидротехник ҡоролмаларҙа аварияға ҡаршы күнекмәләр ойошторолдо. Йомағужа һауһаҡлағысында ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта хеҙмәткәрҙәрҙең әҙерлек кимәле тикшерелде. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Ғәҙәттән тыш осрағында тәү сиратта диспетчер менән бәйләнеш булдырыла. Һыуһаҡлағыста авария - һыу сығарыу тәҙрәләренә сүп-сар ҡыҫылған. Хәл, әлбиттә, шартлы, әммә гидроҡоролма хеҙмәткәрҙәре эшкә етди ҡарай.

Күнекмә көйләнгән сценарий буйынса бара. Тиҙ арала дежур-диспетчер хеҙмәткәрҙәре яҡындағы 5 ауылға авария тураһында хәбәр итә. Урындағы ГЭС-тың эшмәкәрлеге туҡтатылғас, ташҡын һыуы сығарыла. Белгестәр фаразы буйынса һыу күтәрелеүҙең юғары нөктәһе апрель урталарына тура килә, әммә бөтәһе лә һауа торошона бәйле.

Беҙҙең ойошма республиканың 27 һыуһаҡлағысын хеҙмәтләндерә. Әлеге ваҡытта объекттарҙа хәл тыныс.. Ташҡынға әҙерлек буйынса эштәр теүәлләнгән. Алда быуаларҙы һыу менән тултырыу буйынса диспетчер графигын көйләү бурысы тора. Был Ағиҙел, Яйыҡ йылғаларын тәрәнәйтеү һәм ҙур ҡалаларҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн мөһим.

Сергей Вейденбах, Башҡортостандың гидротехник ҡоролмаларҙы файҙаланыу идаралығы директоры

Аварияларҙы хәл итеү буйынса күнекмәләр республиканың төрлө биләмәләрендә үтә.. Ташҡындарҙы иҫкәртеү өсөн эш ваҡытында ойошторола. Ғәҙәттән тыш хәл булмаҫ, тип ышанабыҙ.

Урал Искәндәров, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры

Күҙаллауҙар буйынса, быйыл уртаса күп йыллыҡ кимәлдәге ташҡын көтөлә. Йомағужа һыу һаҡлағысында быға тиклем ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Хеҙмәткәрҙең юғары әҙерлеге быйыл да хәүефһеҙлекте тәьмин итер тигән ышаныс бар.

Гидротехник ҡоролманың файҙаланыу ваҡыты оҙайлы булыу сәбәпле, ҡайһы бер ҡоролмалар ашығыс ремонтты йәки алмаштырыуҙы талап итә. Төҙөкләндереү эштәре киләһе йыл башланыр, тип планлаштырылған.

Фото №1 - Башҡортостан район-ҡалаларындағы гидротехник ҡоролмаларҙа аварияға ҡаршы күнекмәләр ойошторолдо

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ