Уҡыусылар эвакуацияланды, балалар зыян күрмәне

Ҡотҡарыусылар мәктәптә янғын һүндереү күнекмәләрен нығытты. Баймаҡ районында күләмле укыуҙар нисек үтеүен урындағы телевидение хәбәрселәре күҙҙәткән.

Билал мәктәбенең икенсе ҡатында шартлы ут сығыуы тураһында хәбәр иртәнге сәғәттәрҙә килә. Янғын һүндереүселәр килеп етмәҫ элек, балалар уҡытыусылар күҙәтеүендә урамға сығарыла. Белем усағында үткән күнекмәлә балаларҙың береһе аңын юғалтып ҡолай, икенсеһе ут ҡамауында ҡала.

Күнекмә булыуға ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар шартлы янғынды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндереүгә өлгәште. Был күнекмә мәктәп коллективында, тейешле хеҙмәттәрҙе лә бар яҡлап һынаны.

Профилактик сара һуңында ҡотҡарыусылар етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, балаларға һәм уҡытыусыларға тағы ла бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргө тигән кәңәш бирҙе.

Фото №1 - Уҡыусылар эвакуацияланды, балалар зыян күрмәне

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ