Кушнаренкола «Телевидение. Кадрҙа һәм кадр артында» тип исемләнгән китаптың исем туйы үтте

Китаптың авторҙары – Башҡорт телевидениеһы ветераны, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев һәм уның тормош иптәше, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәлисә Мөхәмәҙиева.

Йыйынтыҡта төбәк телевидениеһы тарихын сағылдырған ваҡиғалар һәм фотоһүрәттәр тупланған. Сарала ҡатнашыусыларға авторҙар телеоператор һәм телевидение мөхәррире һөнәрҙәре үҙенсәлеге тураһында һөйләне һәм китапханаға йыйынтыҡты бүләк итте.

Фото №1 - Кушнаренкола «Телевидение. Кадрҙа һәм кадр артында» тип исемләнгән китаптың исем туйы үтте
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ