Башҡортостанда сәсеү апрель уртаһында башлана

Был турала Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Быйыл етен, кукуруз, соя, ҡарабойҙай һәм техник киндер майҙандарын арттырыу планлаштырыла. Шәкәр баҙарындағы хәлде иҫәпкә алып, сөгөлдөр баҫыуҙары ла киңәйтелә.

Башҡортостанда сәсеү апрель уртаһында башлана

Яҙғы баҫыу өсөн 220 мең тоннаға яҡын минераль ашлама кәрәк. Бөгөн уның яртыһы тупланған, тине министр. Башҡортостан хужалыҡтарында ер эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Әле трактор агрегаттарын йыһазландырыу бара. Техниканың торошон тикшереү ҙә дауам итә. Уны 15 апрелгә тиклем тамамлау ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда сәсеү апрель уртаһында башлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ