Башҡортостандан 172 турист сит илдә ҡала

Уларҙың күбеһе Мысырҙа ял иткән яҡташтарыбыҙ. 24 февралдән 25 мартҡа тиклем 3 мең ярым самаһы кеше республикаға ҡайтарылған. Был турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе.

Башҡортостандан 172 турист сит илдә ҡала

Республика властары Шарм-әш-Шәйехта халыҡ-ара ярышта ҡатнашҡан 17 йәшлек ҡыҙға Рәсәйгә ҡайтырға ярҙам иткән. Ул 4 марттан Мысырҙа булған. “Әле үҫмер Мәскәүҙә, бөгөн ата-әсәһе менән Өфөгә оса”, - тип белдерҙе Маргарита Болычева. “Үтә кәрәкмәһә, сит илгә сыҡмай тороғоҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостандан 172 турист сит илдә ҡала
Фото №1 - Башҡортостандан 172 турист сит илдә ҡала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ