Ауыл хужалығы уңғандары өсөн сираттағы ҡыҙыу мәл – яҙғы баҫыу эштәре яҡынлаша. Тәбиғәт шарттары уңай булһа, ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл сәсеүҙе иртәрәк башларға иҫәп тота. “Әбйәлил хужалыҡтары баҫыу эштәрен тулы әҙерлек менән ҡаршы ала”,-ти райондың баш аграномы Вил Мийәнов.







