5 мең самаһы агрегат сәсеүгә йәлеп ителә. Республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, хужалыҡтарҙа ер эшкәртеү һәм сәсеү техникалары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Бөгөн трактор агреттарын йыһазландырыу бара. Шулай уҡ техника торошон тикшереү дауам итә. Уны 15 апрелгә тиклем тамамлау ҡарала. Санкциялар индерелеүгә ҡарамаҫтан, предприятиелар яңы техника һатып ала, ти ведомство етәксеһе.
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында 15 апрелдә сәсеүгә төшөү планлаштырыла. Быйыл етен, кукуруз, соя, ҡарабойҙай һәм техник киндер, шәкәр сөгөлдөрө майҙандары киңәйтелә. Илшат Фәхрахманов әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәре өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы кредит алыу ҡарала. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы республикаға 760 милллион һумға тиклем лимит билдәләгән. Быйыл ил һәм республика ҡаҙнаһынан 2 миллиард ярым һумға яҡын аҡса бүленә. Был сумманың яртыһы үҙләштерелде, тип хәбәр итте Илшат Фәзрахманов.







