Тейешле ҡанун көсөнә инде. Закон илдең туризм тармағына үҫешергә ярҙам итәсәк, тигән фекерҙә эксперттар. “Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Ул туризм объекттары төҙөгән, ҡуртымға биргән инвесторҙарҙың эшен еңеләйтә”, - тип иҫәпләй Рәсәй туризм индустрияһы берлегенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Кинйә Күскилдин.
Льготалы осор 5 йылға иҫәпләнгән йәғни 2027 йылдың 30 июненә тиклем ғәмәлдә була. Закон туризм өлкәһенә яңы инвесторҙар йәлеп итергә мөмкинлек бирер, сифатлы ҡунаҡханалар һанын арттырыр тигән фекерҙә Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова.








