Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, 27 йәшкә тиклемге һәм бер йылдан күберәк эшләгән юғары белемле егеттәр хәрби хеҙмәткә алынмай. Компаниялар белгестәр исемлеген тултырып Оборона министрлығына ебәрергә тейеш. Бынан тыш, информатика, математика, робот техникаһы кеүек йүнәлештә юғары белем алған егеттәрҙе армияға алыу кисектерелә. 1 апрелдә илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу башлана.







