Владимир Путинға халыҡ ышанысы бер аҙнала 1 процентҡа артып, 80,6 процентҡа етте

Быны Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәгенең 14 марттан алып егермеһенә тиклем уҙғарылған һорау алыу һөҙөмтәләре раҫлай. Сарала илдең 80 төбәгенән мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан.

Белгестәр фекеренсә, Рәсәй йәмғиәтенең Владимир Путин тирәләй тупланыуы Украинаға бәйле хәлде көйләүҙә ҙур роль уйнай. Власть йәмғиәт менән берләшкән осорҙа ил эсендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү, иҡтисадты яйға һалыу ҙа күпкә еңелләшә.

Фото №1 - Владимир Путинға халыҡ ышанысы бер аҙнала 1 процентҡа артып, 80,6 процентҡа етте
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ