Юлда һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, ҡатмарлы һауа шарттарын иҫәпкә алып, үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ошондай мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе эш урынынан төшөрөлгөн видеояҙма менән һауа шарттары боҙолоуға ошолай шаярыу ҡатыш мөнәсәбәтен белдерҙе.

Бөгөн көндөҙ республиканың дәүләт автоинспекцияһы ла водителдәрҙе алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡырғайны. Көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм юлдарҙа күреү мөмкинлеге сикләнеүгә бәйле, бер нисә сәғәткә М-7 «Волга» һәм Р-240 трассаларында транспорт хәрәкәте сикләнде. Кискә табан юл участкалары асылыуы тураһында хәбәр ителде.

Фото №1 - Юлда һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ