Иген культураларына 260 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән, улар былтырғы кимәлдә - 1 миллион 730 мең гектар ерҙә сәселә. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, етен, соя, кукуруз, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын арттырыу ҡаралған.
Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларында орлоҡ фондын хәстәрләү, техника-агрегаттарҙы ремонтлау, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар туплау буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Ишембай районындағы «Привалов» крәҫтиән-фермер хужалығында трактор, сәсеү ҡорамалдары техник тикшереүҙе уңышлы үткән. Урындағы механизаторҙар көсө менән быйыл ете мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы баҫыу эштәре башҡарыласаҡ. Предприятие орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Ишембай районы хакимиәтендә ауыл хужалығы предприятиелары етәкселеге ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Осрашыуҙа яҙғы баҫыу кампанияһына әҙерлек кимәле тикшерелде. Район биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән 5 предприятие, 4 кооператив, 72 крәҫтиән-фермер хужалығы шөғөлләнә. Үҫемселек эшен 45 хужалыҡ алып бара.




