Шаран районында яҙғы ташҡынға әҙерлек алып барыла

Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ҡулланылыусы техника сморты үтте. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауыл халҡы менән осрашыу, аңлатыу эштәре малып барыла.

Шаран районында ғәҙәттән тыш хәл осрағы өсөн 27 берәмек техника әҙерләнгән. Ташҡынға ҡаршы комиссия уларҙың төҙөклөгөн тикшерҙе.

Шаран һыуһаҡлағысы һәм Ыҡ , Сөн йылғалары буйындағы ауылдар һыу баҫыу хәүефенә инә. Район хакимиәте башлығы Ташлы ауылы халҡы менән осрашып Сөн ярындағы урамда йәшәүселәргә ваҡытлыса йәшәп тороу урыны тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

Урман урамында ҡырҡ йыл тирәһе ғүмер итеүсе Сания Арыҫланова яҙғы ташҡын ваҡытында хәүефһеҙ ерҙә йәшәп тороуға күнегеп бөткән. Быйыл да оло һыу мәленә ул ваҡытлыса торлаҡҡа күсергә әҙер.

Көндәр буранлап тороуы әле ҡышты хәтерләтһә лә, һауа температураһы ҡапыл йылынып йылғалар ярҙарынан сығыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 һандарына шылтыратырға кәрәк.

Фото №1 - Шаран районында яҙғы ташҡынға әҙерлек алып барыла

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ