Хеҙмәт баҙарында лайыҡлы шарттар булдырыу юлдары ҡаралды

Башҡортостанда һөнәри белем биреү тармағын камиллаштырыу һәм эшселәр өсөн хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса консультатив совет ултырышы үтте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм мәғариф өлкәһе белгестәре республика хеҙмәт баҙарында лайыҡлы шарттар булдырыу юлдары буйынса фекер алышты.

Ултырышта төбәктә эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләләре күтәрелде, урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү юлдары билдәләнде. Шулай уҡ һөнәри белем биреү учреждениелары менән эш биреүселәр араһындағы уңышлы хеҙмәттәшлек тәжрибәһе тикшерелде.

Фото №1 - Хеҙмәт баҙарында лайыҡлы шарттар булдырыу юлдары ҡаралды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ