2013 йылдан Савиндар ғаиләһе ғәҙеллек эҙләп суд тупһаһын тапарға мәжбүр. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.
Ольга һәм Леонид Савиндар 2010 йылда Шаҡша биҫтәһенең Сельская урамындағы 6-сы йортта бер бүлмәле фатир һатып ала. Савиндар ғаиләһе улы, килене ейәне менән , яңы фатирға күсенә. Әммә ике йыл ярым йәшәгәндән һуң саҡырылмаған ҡунаҡтар килеп фатирҙы ҡалдырырға тейешлектәре хаҡында иҫкәртә.
Савиндар полицияға ғариза яҙа. Ҡаршы яҡ та тик ятмай. Эш судҡа тиклем барып етә. Ғаилә фатирға ремонт эшләгәндә ярайһы сығымдар түгә. 2013 йылдың февралендә үткән суд торлаҡ хужаһы Амур өлкәһендә йәшәүсе ир булыуын раҫлай. Савиндарҙы судҡа ирҙең апаһы биргәнлеге асыҡлана.
Ольга менән Леонид Савиндар рәсми документтар буйынса бөтөнләй икенсе кеше -Валерий Терновцевтан фатир һатып ала. Өфө, Бәләбәй нотариустары Смоляковтың Кобяковҡа ышаныс ҡағыҙын яҙыуы ла фиктив икәнлеген иҫбатлай.
Ольга һәм Леонид Савиндар әлеге ваҡытта ҡуртымға алған фатирҙа ай һайын 12 мең һум түләп йәшәргә мәжбүр. Адвокаттарға ғына 300 мең һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Етмеште үткән хаҡлы ялдағы өлкәндәр уңышһыҙ һатып алынған фатир мәсьәләһенә тиҫтә йылдар дауамында ғәҙеллек эҙләүҙән тамам арыған.
Гүзәл Борханова




