Уның сиктәрендә тимер юл вокзалдарында рейдтар уҙа. Һуңғы осорҙа ғына был транспорт төрөндә 10 үлем осрағы теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең күбеһе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү менән бәйле. Сираттағы иҫкәртеү сараһы Иглин станцияһында ойошторолдо.
Куйбышев тимер юлы вәкилдәре менән транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты. Поезды ҡапыл туҡтатыу мөмкин түгел.
Шуға юл аша билдәләнгән урындан ғына сығырға, локомотив тулыһынса туҡтамайынса перрон ситенә бармаҫҡа, йүгерешмәҫкә, капюшон һәм ҡолаҡсын кеймәҫкә кәңәш ителә. Иң мөһиме, иғтибарлы булырға кәрәк тип билдәләй Куйбышев тимер юлы хеҙмәткәрҙәре.




