Радио алып барыусыһы Трофим Татарников хәрби хеҙмәткә «саҡырыу» алған

Рәсәйҙең оборона министрлығы запастағы хәрбиҙәрҙе саҡырып шылтыратыуҙар ойоштормай. Ведомствоның рәсми вәкиле Игорь Конашенков әйтеүенсә, һуңғы тәүлектәрҙә Рәсәй граждандарына ялған телефон шылтыратыуҙар булған. Бәйләнештәге тауыш абоненттарҙы хәрби комиссариаттарға килеүен талап иткән. Хеҙмәттәшебеҙ, радио алып барыусыһы Трофим Татарников та көтмәгәндә ошондай саҡырыу алған.

Илдең хәрби ведомствоһы был мәғлүмәт ялған булыуы һәм уның Украинанан таратылыуын белдерҙе. Ошо рәүешле сит илдең махсус хеҙмәттәре ҡотҡо һалып маташа. Оборона министрлығы запастағы граждандарҙы саҡырмай һәм планлаштырмай ҙа, тиелде 26 мартта уҙған рәсми брифингта.

Фото №1 - Радио алып барыусыһы Трофим Татарников хәрби хеҙмәткә «саҡырыу» алған

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ