Донбасс республикаһына төҙөлөш материалдары

Баймаҡ урман сәнәғәтселәре берлеге Донецк һәм Луганск ҡалаларының инфраструктураһын тергеҙеүгә таҡта, ағас материалдары оҙатты. Улар Украина агрессия һөҙөмтәһендә емерелгән балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа социаль учреждениеларҙы төҙөкләндереүгә ҡулланыласаҡ.

Баймаҡтарҙың гуманитар ылауы ике ҙур йөк автомобиленән тора. Урман сәнәғәтселәре берлеге ағзалары фекеренсә, Башҡортостан ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Фото №1 - Донбасс республикаһына төҙөлөш материалдары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ