Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуын сикләүгә бәйле юғары әҙерлек тәртибе указына үҙгәреш индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, социаль араны һаҡлау, эш урынында бирсәткә кейеү, хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсереү талабы ғәмәлдән сыға.
Әммә йәмәғәт урындарында битлек кейеү үҙ көсөндә ҡала. 200 кешегә тиклем саралар уҙғарырға рөхсәт ителә. Айырым осраҡта ҡатнашыусылар һаны күберәк булыуы ихтимал. Етәкселәр граждандарҙы ҡайтанан ҡабул итә ала.
Гөлдәриә Йосопова





