Изге Рамаҙан айы алдынан Аҡъяр ауылында «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үтте

Ярышта хәйбуллаларҙан тыш, Сибай ҡалаһы, Бөрйән, Йылайыр райондары командалары ҡатнашты. Конкурсанттар Ислам дине тураһында һорауҙарға яуап бирҙе, хәҙистәрҙең мәғәнәһен аңлатты. Уйын сиктәрендә «Кем сосораҡ?», «Кем башлыраҡ?», «Серле һандыҡ» тип исемләнгән этаптар булды.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы командаһы еңеүсе тип танылды. Гүзәл заттар ике йыл дауамында алған дини белемдәрен лайыҡлы күрһәтте. Интеллектуаль сараны киләһе йылда ла ойоштороу тәҡдиме хуплап ҡабул ителде.

Фото №1 - Изге Рамаҙан айы алдынан Аҡъяр ауылында «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ