Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, белгестәр магазиндарҙа даими мониторинг ойоштора. Халыҡ аҙыҡ-түлекте күпләп алып бармай, хаҡтар тотороҡлана бара.
Башҡортостан Башлығы аҙыҡ-түлеккә нигеҙһеҙ хаҡ арттырыу осраҡтарын киҫәтергә ҡушты. Был хаҡта халыҡ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә хәбәр итә ала.







