Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге халыҡ фекерен белешкән. Аҙна дауамында дәүләт башлығының сәйәсәте менән риза булғандар тағы 1 процентҡа артҡан. Иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров әйтеүенсә, финанс ауырлыҡтарға ҡарамай, Рәсәй президентының социаль өлкәләге ыңғай ҡарарҙары халыҡ араһында хуплау тапты.







