Инсулинға ихтыяж артыуы намыҫһыҙ электрон сауҙаға килтергән. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте 24 сайт эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Бында дарыу ҡиммәткә һатылған. Дарыуханала иһә препараттарға хаҡ артыуы менән риза булмаған осраҡта, ведомствоға мөрәжәғәт итергә була. Республика Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, дарыу етерлек, борсолорға кәрәкмәй.







