Матди ярҙам Башҡортостан бюджеты иҫәбенә күрһәтелә. Түләүҙәр киләһе аҙнала күсерелә башлай. Был туралағы закон проектын бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 42-се пленар ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, федераль кимәлдә махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр, һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә финанс һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеү буйынса етди саралар күрелде. Республика ла был эштән ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Матди ярҙам махус операция ваҡытында ғүмерҙәре өҙөлгән хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары араһында тигеҙ бүленәсәк. Геройҙар һәм уларҙың яҡындары хаҡында хәстәрлек күреү – беҙҙең бурыс. Һәм беҙ уны үтәйәсәкбеҙ, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы.
Хәбәр итеүебеҙсә, федераль кимәлдә лә тейешле түләүҙәр билдәләнгән. Һүҙ страховка тәьминәте һәм бер тапҡыр бирелә торған 7 миллион 400 мең һум күләмендәге матди ярҙам хаҡында бара. Бынан тыш, Дәүләт Думаһы тарафынан Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына тиңләү тураһындағы закон проекты ҡабул ителгән.
Рәмзиә Кәримова




