Һуңғы йылдарҙағы ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, социаль-иҡтисади өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Инвестициялар йәлеп итеү, торлаҡ төҙөлөшө, уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып барылыуын билдәләп үтергә мөмкин. Өлгәшелгән уңыштар һәм алда торған маҡсаттар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош ил өсөн һынылышлы осор. Әммә иҡтисади тотороҡлоҡ һаҡланып килә. Киләсәккә ҡуйылған төп маҡсат та шул, йәшәү сифаты насарайырға тейеш түгел.
Һандар – тормоштоң көҙгөһө. Статистика мәғлүмәттәре, Башҡортостанда етештереү ҡеүәттәре күтәрелеүе, инвестициялар йәлеп итеү артыуы хаҡында һөйләй.
Пандемия шарттары, ҡоролоҡ, урман янғындары. 2021 йыл ауыл хужалығы өсөн һынау осоро булды. Әммә ер хужалары бирешмәй тырыш хеҙмәт менән үҙ маҡсаттарына өлгәште.
Кеше өсөн йәшәр урының булыуы, торлаҡ алыу иң мөһим маҡсаттарҙың береһе булып тора. Республикала йорттар төҙөлөшө артыуы ҡыуаныслы күренеш. Шул уҡ ваҡытта фатир алам тип алданыусыларҙың проблемаһы ла хәл ителә. Социаль өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәр бар. Эшһеҙлек күрһәткесе кәмей, уртаса хеҙмәт хаҡы арта.
Һаулыҡ һаҡлау тармағы иһә яңы һулыш кисерә, медицина учреждениеларын төҙөү бар төбәктәрҙ лә бара. Быйыл кардиоүҙәк һәм балалар онкологияһы үҙәге сафҡа индерелә. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа уңайлы мөхит тә тыуҙырыла. Йәмәғәт транспорты менән бәйле һорауар хәл ителә. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, ыңғай үҙгәрештәр берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Әлеге мәлдә лә яңы иҡтисади ярҙам пакеты әҙерләнә.
Һәр бер тармаҡ мөһим, әһәмиәтле. Республиканың тотороҡло тормошо һәр береһенең өҙөклөкһөҙ, туҡтауһыҙ, берҙәм эшмәкәрлегенән үрелә. Һуңғы йылдарҙағы ҡатмарлы шарттарҙа бер төптән эшләү айырыуса мөһим.
Алда ла мөһим бурыстар тора. Башҡортостандың баш ҡалаһы 450 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Тарихи дата айҡанлы күләмле төҙөлөштәр ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова




