Благовещен ҡалаһының «Аркстал» предприятиеһы санкция шарттарында хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтә

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Башҡортостан продукцияһы. Благовещен ҡалаһының «Аркстал» предприятиеһы санкция шарттарында хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтә. Әле улар Дубай эшҡыуарҙары менән килешеүҙәр төҙөгән. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.

Сәмәрҡәнд ҡалаһының яңы аэропорты быйыл 18 мартта сафҡа инде. Заманса бина үҙенең күркәмлеге менән халыҡтың иғтибарын әллә ҡайҙан уҡ йәлеп итә. Бер үк ваҡытта һауа ҡапҡаһының эске яғы ла сағыу. Төрлө дизайндағы стена һәм түшәм панелдәре Башҡортостанда етештерелгән декоратив металл конструкциялар менән биҙәлгән.

Былтыр асылған предприятие «Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты статусына эйә булды. Әле бында түшәм панелдәре, фасад системаһы, декоратив элементтар етештерелә. Башҡортостан материалын хәҙер төрлө ҡалаларҙың сауҙа үҙәктәрендә, торлаҡ йорттарҙа, банктарҙа ла тап итергә мөмкин.

Сит илдәрҙең Рәсәйгә ҡарата санкциялары шарттарында предприятие етәкселеге яңы офоҡтарҙы үҙләштерә. Күптән түгел Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре эшҡыуарҙары менән етди һөйләшеүҙәр уҙған. Уның һөҙөмтәһе буйынса ҙур ғына партияға Дубайҙан тәүге заказ килгән дә инде.

Етештереү ҡеүәттәре артыу менән ҡуртымға алынған бинаның тарая барыуы һиҙелгән. Шуға ла предприятиеға яңы производство төҙөү өсөн ер майҙаны бүленгән. Был иһә Владимир Путин тарафынан булдырылған «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү» милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Фото №1 - Благовещен ҡалаһының «Аркстал» предприятиеһы санкция шарттарында хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтә

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ