Стәрлетамаҡ филармонияһының легендар Бейеү театры Өфө тамашасыһын яңы программа менән ҡыуандырҙы. Утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләгән коллектив традицияларға тоғролоғо һәм бер үк ваҡытта яңылыҡҡа асыҡ булыуы менән үҙенсәлекле. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Концерт Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, коллективҡа нигеҙ һалған күренекле хореограф Хәлил Ишбирҙиндың «Урал бәйете» композицияһы менән асылды. Утыҙ йыл дауамында сәхнәнән төшмәгән бейеүҙәре байтаҡ театрҙың. Уларҙа - рух осошо, миллилек, халыҡсанлыҡ ярылып ята. Шул уҡ ваҡытта репертуар башҡа халыҡ бейеүҙәре менән дә байыған. Татар, сыуаш, ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ, тажиҡ, памир, кавказ халыҡ бейеүҙәрен тамашасы һоҡланып күҙҙән кисерҙе.
Стәрлетамаҡ бейеү театры - тәжрибә менән йәшлек осрашҡан майҙан. Тәүге составтан һаман да сафта ҡала килгән берҙән-бер бейеүсе Рәил Лоҡманов күптән түгел «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды. Бындай юғары награда Бейеү театры тарихында тәүге тапҡыр бирелә һәм һуңғыһы булмаҫ, ти коллектив ветераны.
Рәсәй ҡалалары, Бельгия, Голландия, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан сәхнәләрен шаулатҡан легендар Бейеү театры гастролдәргә һыуһаған. Киләсәктә төрлө кимәлдәге фестивалдәргә юл ҡайтанан асылыр, тип өмөтләнә бейеүселәр. Сөнки сәнғәт теле халыҡтар дуҫлығын нығыта, рухи берҙәмлеккә әйҙәй, үҙ-ара низағтарға урын ҡалдырмай.
Утыҙ йыллыҡ юбилейын билдәләгән Бейеү театры артистары Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, республика хөкүмәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Коллективтың ижад картаһында яңы ҡалалар, илдәр артһын, бейеүҙәрҙәге рух осҡоно һүнмәһен, тип таралышты тамашасылар.
Рәйсә Абдуллина




