Теүәл ике йыл элек Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

Теүәл ике йыл элек ил президенты ҡарары менән 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Ҡаһарман яҡташыбыҙ барлыҡ тормош юлын изге эшкә – Ватанды дошмандарҙан һаҡлауға арнаған. Ҡыҙыл Армия сафына ул 1919 йылда уҡ алына, Граждандар һуғышында сынығып, Бөйөк Ватан һуғышында тотош дивизия менән етәкселек итә.

Стратегик алыштарҙа, оборонала һәм һөжүм операцияларында үҙен көслө, етди командир итеп күрһәтә. 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловград өлкәһе, хәҙерге Луганск халыҡ республикаһының Штеровка ауылы эргәһендә ҡаһармандарса һәләк була.

Легендар шәхескә юғары дәүләт наградаһы алып, тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү эше республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысында тормошҡа ашырылды. Башҡортостандың Милли музейында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған зал эшләп килә. Экспозицияла комдивтың шәхси фондында һаҡланған фотоһүрәттәре, документтары, наградалары, үҙ ҡулы менән яҙылған яҙмалары менән танышырға мөмкин.

Фото №1 - Теүәл ике йыл элек Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде

Рәмилә Исмәғилева

Волна
Акции БСТ