Быйыл Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәлен асыу 2022 йылдың иң күркәм сараһы булырға тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы Совет майҙанын төҙөкләндереү эштәре менән танышыу барышында белдерҙе.

Майҙанда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов иҫтәлегенә һәйкәл нигеҙен әҙерләнә. Радий Хәбировтың башланғысы менән легендар командирҙың бронза һыны тирәләй коллоналар ҡуйыу ҡарала.

Тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып Совет майҙаны биләмәһен төҙөкләндереү проектына төҙәтмәләр индерелде. Әле колонналарға нигеҙ һалынған. 9 майҙа иҫтәлекле урынды тәртипкә килтереп, тантаналы саралар планлаштырыла.

Фото №1 - Быйыл Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ