Республика менән идара итеү үҙәгендә тура элемтәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров шул турала хәбәр итте. Ка-32 вертолеты Күмертауҙа сығарылған.
Синоптиктар билдәләүенсә, республикала ҙур йылғалар апрель уртаһында боҙҙан әрселә башлай. Һыу кимәлен тикшереү өсөн 54 гидропост ҡуйылған. Һәр кем сайтта онлайн тәртибендә ташҡын көсөн ҡарап бара ала.







