Өфөлә Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл 11 октябрҙә асыла

Өфөлә Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл 11 октябрҙә асыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында реконструция барышын ҡараны. Биләмәне төҙөкләндереү 2020 йылда башланды, былтыр фонтан асылды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл проекты асыҡ тауыш биреүҙә һайланды. Скульптор Салауат Щербаков еңеүсе булды. Әле буласаҡ һәйкәлдең нигеҙе әҙерләнгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 9 майҙа Совет майҙанында Луганск халыҡ республикаһынан Миңлеғәли Шайморатов һәм атлылар ҡәберенән ер менән капсула һалына.

Фото №1 - Өфөлә Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл 11 октябрҙә асыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ