Башҡортостан Башлығы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә шул турала яҙа. 1974 йылғы мәктәпте һүтеп урынына яңыһын төҙөргә ҡарар ителде. Әммә намыҫһыҙ подрядсы ойошма төҙөлөштө оҙаҡҡа һуҙа. 2020 йылдың сентябрендә асылырға тейеш мәктәп, әле саҡ төҙөлөп бөттө. “Таҙтүбә халҡына түҙемлек һәм хәлде аңлап ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт”, тип яҙа Радий Хәбиров. Мәктәп 120 урынға иҫәпләнгән. Бында ҙур спорт залы һәм майҙансығы бар.








