"Өфө" һыу аҫты кәмәһе диңгеҙгә төшөрөлдө

"Өфө" диңгеҙгә сумды. Бөгөн Санкт-Петербургта яңы һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлдө. Уға "Өфө" тигән исем бирелде. Тантанала Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашты. Делегацияны Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Субмаринаның "Өфө" тип аталыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ тине Радий Хәбиров.

"Өфө" һыу аҫты кәмәһе диңгеҙгә төшөрөлдө
Фото №1 - "Өфө" һыу  аҫты кәмәһе диңгеҙгә төшөрөлдө

“Башҡортостан ҙур илебеҙҙең бер өлөшө. Беҙ дәүләтебеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлайбыҙ. Армия һәм флотҡа ярҙам итеү беҙҙең бурыс”, - ти Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов. “Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһы Өфөнө барыһы ла белә, хөрмәт итә. Был абруй быуаттар дауамында нығынған. ““Өфө” карабына эләгеү күп егеттәрҙең яҡты хыялы буласаҡ”, - ти ул.

"Өфө" һыу аҫты кәмәһе диңгеҙгә төшөрөлдө
Фото №2 - "Өфө" һыу  аҫты кәмәһе диңгеҙгә төшөрөлдө
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ