Радий Хәбиров Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған Башҡортостан һалдаттарының ғаиләһенә республиканан өҫтәп 2 миллион һум түләү тураһында законға ҡул ҡуйҙы.Ул бөгөндән көсөнә инде. “Беҙ һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештә торабыҙ”, тип белдерҙе Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев.







