Санкт-Петербургта бөгөн тантаналы шарттарҙа «Өфө» һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлдө

«Адмиралтейские верфи» йәмғиәте майҙанында үткән сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Субмарина 2019 йылда төҙөлә башлаған. Уға нигеҙ һалыуҙа ул ваҡытта баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнаша. Башҡортостандың Рәсәй диңгеҙ флоты үҫешенә ҙур өлөш индереүен иҫәпкә алып һәм республиканың Диңгеҙ йыйылышы тәҡдиме менән һыу аҫты кәмәһенә «Өфө» исеме бирелгән.

Хәрби кораблдә файҙаланылған заман технологиялары субмаринаға 45 тәүлеккә тиклем үҙаллы һыу аҫтында булыу мөмкинлеге бирә. Тантанала Башҡортостан башлығы Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов һәм «Адмиралтейские верфи» йәмғиәтенә субмаринаға баш ҡала исеме бирелеүе өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика өсөн был оло ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ та булыуын билдәләне. Төбәк етәксеһе иҫтәлекле ваҡиға тураһында үҙенең сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.

Фото №1 - Санкт-Петербургта бөгөн тантаналы шарттарҙа «Өфө» һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлдө

Гөлдәриә Йосопова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ