Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса хәрбиҙәрҙең ғаиләһенә федераль ярҙамдан тыш, республика бюджеты иҫәбенән өҫтәмә 2 миллион һум түләү ҡарала. Матди ярҙам махус операция ваҡытында ғүмерҙәре өҙөлгән хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары араһында тигеҙ бүленәсәк.
Мәғлүм булыуынса, федераль кимәлдә лә тейешле түләүҙәр билдәләнгән. Һүҙ страховка тәьминәте һәм бер тапҡыр бирелә торған 7 миллион 400 мең һум күләмендәге матди ярҙам хаҡында бара. Бынан тыш, Дәүләт Думаһы тарафынан Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы хәрби хәрәкәттәр ветерандарына тиңләү тураһындағы закон проекты ҡабул ителгән.
Флорида Ким







