Иртәгәнән эшҡыуарҙар ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү өсөн комиссияны өс тапҡырға кәмерәк түләйәсәк

Был беренсе апрель шыярыуы түгел. Бының өсөн ни бары Рәсәй Банкының тиҙ иҫәпләшеү системаһын ҡуллана башлау ҙа етә. Электрон аҡса әйләнешенең был төрө һатып алыусылар өсөн дә отошло, ти белгестәр. Бигерәк тә сит ил иҫәпләшеү системалары ғәмәлдән сыҡҡан мәлдә. Тиҙ иҫәпләшеү системаһы ниндәй уңайлыҡтар тәҡдим итә? Был һорауға яуап киләһе яҙмала.

Виза сығарылмай, Мастеркардты терминал ҡабул итмәй тип ҡайғыраһы түгел хәҙер. Баҡтиһәң үҙебеҙҙә лә ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү саралары етәрлек. Төрлө төҫтәге был өсмөйөштәр күптәнге таныш мобиль ҡушымта. Ләкин ҡайһы берҙәребеҙ уның барлыҡ мөмкинлектәрен белеп тә етмәй. Быға тиклем ул онлайн банкка инеп телефон номерына комиссияһыҙ аҡса оҙатыу өсөн генә ине.

Карталар менән проблемалар барлыҡҡа килгәс бер аҙ шаңҡып ҡалдыҡ. Хәҙер инде ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙең әмәлен таптыҡ. Телефон камераһын куар кодҡа килтереү менән СБП аша түләргә тәҡдим итә. Ризалығыңды белдерһәң аҡсалар шундуҡ күсә. Бер ниндәй ҡыйынлығы ла юҡ. Уның ҡарауы карталар йөрөтөргә кәрәкмәй.

Эмилия Попова

Йәғни пластик карталарҙың барлығын онотоп та бөткән йәштәр өсөн сит ил иҫәпләшеү системаларына юл ябылған мәлдә СБП уңайлы альтернатива. Шулай ҙа уны файҙаланыуҙан тәү сиратта эшҡыуарҙар ота. Уның аша үткән һатып алыуҙар өсөн комиссия бермә бер кәмене.

Һәр ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙән беҙ 2 процент ярым комиссия түләйбеҙ. Әгәр СБП аша үткәрһәк, комиссия ни бары 0,7 процент тәшкил итә. Экономияланған аҡсаларҙы беҙ бизнесты үҫтереүгә, шул уҡ һатып алыусылар өсөн ташламаларға ебәрә алабыҙ.

Диана Пашкова, матурлыҡ салондары селтәре етәксеһе

Өҫтәүенә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тотолған комиссияны тулыһынса ҡайтара ала. Был мөмкинлек 1 июлгә тиклем оҙайтылды. Улай отошло булғас нишләп эшҡыуарҙарҙың барыһы ла ошо мөмкинлек менән файҙаланмай? Баҡтиһәң, финанс ойошмалар тиҙ иҫәпләшеү системаһына инергә ашыҡмай. Әммә беренсе апрелдән был етешһеҙлек ҡануниәт нигеҙендә хәл ителә. Илдәге барлыҡ банктар ҙа СБП аша иҫәпләшеү мөмкинлеге ойошторорға бурыслы.

Беренсе апрелдән башлап тиҙ иҫәпләшеү системаһына илдәге барлыҡ банктар ҙа инергә бурыслы. Әлегә уларҙың һаны йөҙҙән ашыу, ә Башҡортостан биләмәһендә эшләгәндәр утыҙ тирәһе. Яңы ҡағиҙә ғәмәлгә инеү менән республикала эшләгән илле банктың барыһын да СБП ҡушымтаһында күрә аласаҡһығыҙ.

Лилиә Яҡупова, Башҡортостан буйынса Милли банк идарасыһы урынбаҫары
Башбат

Банктарҙың барыһы ла системаға инеү менән СБпэй ҡушымтаһы ла эшләй башлаясаҡ. Был инде телефонды терминалға яҡын килтереп кенә, бер ниндәй төймәгә баҫмай һатып алыу мөмкинлеге бирә. Йәғни эшмәкәрлеген туҡтатҡан Эплпэй, гуглпэйҙарға ҡәтғи яуап. Өҫтәүенә ул сит ил аналогтары шикелле картаға бәйле түгел. СБпэй тура банк иҫәбенә беркетелә. Йәғни картаң виза булһынмы, мастеркардмы, мөһим түгел.

Фото №1 - Иртәгәнән эшҡыуарҙар ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү өсөн комиссияны өс тапҡырға кәмерәк түләйәсәк

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ