Бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы граждандарҙың 80 проценттан ашыуы аҡсалата вариантҡа өҫтөнлөк бирә

Был турала бөгөн матбуғат конференцияһында Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, ташлама менән файҙаланыусы кешеләргә һайлау мөмкинлеге бирелгән, ер йәки 250 мең һум аҡса алырға була. Әлеге ваҡытта сиратта 18 мең тирәһе кеше иҫәпләнә, 74 проценттың проблемаһы хәл ителгән.

Аҡсалата түләүҙәр республикала ишле ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгәндәргә бирелә. Уны юллау өсөн район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү шарт. Әлбиттә, билдәләнгән лимит бар. 2020 йылда бөтәһе 200, былтыр 400 сертификат бүленгән. Быйыл иһә был һан 600-гә еткерелгән, документтар аҙна дауамында тапшырыла. Эштең яйға һалыныуы системаның электрон форматҡа күсеүе менән дә бәйле.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы яңылыҡтар күп. Мәҫәлән, был өлкәне һанлы системаға күсереү бара. Әгәр 2020 йылда дәүләт хеҙмәте аша 86 электрон ғариза бирелһә, былтыр был һан 33 меңгә еткән. Ә быйыл ярты йылда уҡ ошо күрһәткескә өлгәшергә ниәтләйбеҙ. Тәүге мәлдә был мөмкинлек менән ябай кешеләр генә ҡулланһа, хәҙер юридик ойошмалар ҙа электрон форматҡа күсә.

Наталья Полянская, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры

Наталья Полянская белдереүенсә, Башҡортостандың бар мөлкәтенә иҫәп-хисап яһалған. Хәҙер улар бөтәһе лә рәсми рәүештә теркәлгән, реестрға индерелгән. Республика ҡарамағындағы милекте иҫәпләү эш башлау өсөн буш биналар, йәки ер участкалары эҙләгән эшҡыуарҙар өсөн дә уңайлы. Бынан тыш, республика шифахана-профилакторийҙарына ял итеүселәр бүлмәләрен арттырыу бурысы ла йөкмәтелгән. Сөнки әле эске туризм үҫешә, быйыл ял итеүселәрҙең күберәк булыуы көтөлә.

Фото №1 - Бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы граждандарҙың 80 проценттан ашыуы аҡсалата вариантҡа өҫтөнлөк бирә

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ