Эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың этәргес көсө

Көнбайыш санкцияларына ҡарамай, урындағы йүнселдәр үҫеш юлынан бара. Импортты алмаштырыу, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙа уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бишбүләк районында муниципаль власть вәкилдәре эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең әһәмиәтен аңлап эш итә.

Һөҙөмтәлә күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Былтыр ғына районда йөҙгә яҡын яңы бәләкәй предприятие эшләй башлаған. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәреһе Рафиҡ Әхмәтшин.

Ҡыңғыр Мәнәүез ауылындағы матурлыҡ салонының даны Бишбүләк районында күптән таралған. Халыҡты парикмахер Айгөл Минһажеваның оҫталығы йәлеп итә. Себерҙә, Өфөлә тәжрибә туплағандан һуң ул тыуған районына ҡайтырға булған. Төпкөлдә конкуренция аҙыраҡ, ә форсаттар ҙурыраҡ. Матурлыҡ салонын да ул субсидия ярҙамында асҡан.

Уҫаҡ Кисеү фермерҙары заманса маркетинг алымдарын үҙләштерә. Район күрһәткән ярҙам менән Бишбүләктә републикалағы тәүге һөт автоматтары урынлаштырылған. Пастеризацияланған тәбиғи эсемлек пластик шешәләргә тултырылып, сауҙа автоматына ҡуйыла.Ҡулланыусыға сифатлы тауар, ә етештереүселәргә уны ҙур сығымһыҙ һатыу мөмкинлеге булдырылған.

Сменаһына 200 буханка икмәк. Эшҡыуар Нәйлә Фәзуллина яңыраҡ етештереү ҡеүәттәрен яңыртыуға өлгәшкән. Ҡамыр баҫыу өсөн яңы миксер, мейестәр алынған. Һөҙөмтәлә ҡомалаҡ әсеткеһендә генә баҫылған күмәстәрҙе халыҡ яратып ала. Һуңғы ваҡытта предприятие кондитер ризыҡтары етештереүҙе лә үҙләштергән. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы буйынса бүленгән субсидия яңы мөмкинлектәр асҡан.

Пандемияға ҡарамаҫтан, былтыр Бишбүләк районында 100-гә яҡын яңы бәләкәй предприятие асылған. Был халыҡҡа яңы эш урындары, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең күләме һәм сифаты яҡшырыуы тигән һүҙ. Шуға ла урындағы эшҡыуарҙар санкциялар алдында ла баҙап ҡалмаған. Көнбайыштың ҡыҫымы, үҫеш өсөн форсат бит билдәләй улар.

Фото №1 - Эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың этәргес көсө

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ