Бөгөн фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты, билдәле математик Азамат Әхтәмовтың тыуыуына алтмыш йыл. Башҡорт дәүләт университетында хеҙмәт юлын башлап, бар тормошон ғилми тикшеренеүҙәргә арнаған яҡташыбыҙ, тәжрибәле остаз тураһында киләһе яҙмала.
Бер ғаиләнән ике фән докторы, профессор. Һигеҙ йыл элек төшөрөлгән «Автограф» тапшырыуында билдәле ғалим, телсе Мөхтәр Әхтәмов улы Азаматтың математика, механика өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәре, китаптары менән таныштыра.
Бөгөн Азамат Мөхтәр улы алтмыш йәшлек юбилейын ҡаршылаған булыр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Яҡындары билдәләүенсә, ул бала сағынан уҡ теүәл фәндәр – физика, математика менән ҡыҙыҡһынған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлаған. Артабан Мәскәүҙә аспирантурала уҡып, кандидат диссертацияһын яҡлай. Хеҙмәт юлы республиканың төп классик юғары уҡыу йорто менән бәйле.
Бөгөн танылған математик Азамат Әхтәмовтың уҡыусыларын Ер шарының һәр ҡитғаһында тиерлек осратырға мөмкин. Йәш ғалимдар остазға оло рәхмәтле.
Азамат Әхтәмов Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Рифат Мәүлетов исемендәге механика институты менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ике йөҙҙән ашыу ғилми һәм методик баҫма авторының тикшеренеүҙәрендә формаһын үҙгәрткән ҡаты есем механикаһы, операторҙарҙың спектраль теорияһы мәсьәләләре сиселеш таба. Шулай уҡ ул иҡтисадта математика алымдарын ҡулланыуға ла айырыуса иғтибар бүлә.
Азамат Мөхтәр улы – фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең юғары һөнәри белем биреү почетлы хеҙмәткәре. Шулай уҡ ул – бөтә донъя ғалимдары баш ватҡан ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеп, Халыҡ-ара кимәлдә абруй ҡаҙанған шәхес.
Юғары ҡаҙаныштарға уны ғаиләһе лә ҡанатландырған. Һуңғы юбилейы, 55 йәшен ҡаршылаған көндөң видеояҙмаһы ла һаҡланған. Был кадрҙарҙа игеҙәк ҡыҙҙары атаһын тыуған көнө менән ҡотлай. Бәхетле мәлдәр. Ҡыҙғанысҡа, ҡайтарырлыҡ түгел.
Гөлназ Хәйбуллина




