Теләктәшлек бәйгеһе. Тәтешле районында СССР-ҙың спорт мастеры Ринат Ғәлләмшин иҫтәлегенә саңғы ярыштары үтте. Унда 6 йәш төркөмөндә 100-гә яҡын саңғысы көс һынашты.
Күләмле сарала Тәтешлеләрҙен тыш күрше Яңауыл районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Командалар Донбасс республикалары азатлығы өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек белдерҙе. Саңғысылар юғары әҙерлек һәм ныҡышмаллыҡ өлгөһөн күрһәтте. Еңеүселәргә саңғы спорты өсөн 8 комплект экипировка тапшырылды.




