"Дәүләт хеҙмәте” порталында ла ғариза бирергә мөмкин. Мәктәпкә ҡабул итеү нормалары тураһында Республика мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сәфиуллина һөйләй.
Яңы уҡыу йылында 1-се класҡа урындар тураһында мәғлүмәт һәр мәктәптең рәсми сайтында урынлаштырылырға тейеш. Быйыл Башҡортостанда 59 меңдән ашыу бала тәүге тапҡыр парта артына ултыра.







