Санкциялар арҡаһында ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай лабораторияның яңы өлгөләре бар. Береһен тиҙҙән "Алға" иҡтисади биләмәһе янында урынлаштырыу көтөлә. Ведомство етәксеһе Урал Искәндәров шулай тип белдерҙе.







